Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын электрон формала ла алырға мөмкин. Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе.
Таныҡлыҡтың яңы формаһы электрон документ булып иҫәпләнә, банк һәм социаль карталар функцияһы берләштерелә, был иһә ветерандарға федераль һәм төбәк льготаларына хоҡуҡ бирә. Бынан тыш, айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ тәғәйенләү тәртибе оҙайтылды. Бындай ярҙам алыу өсөн хәҙер махсус документтар йыйыу талап ителмәй, тине Премьер-министр.