Башҡортостанға туристар ағымы арта

Был республикала шул иҫәптән ял урындары күбәйеүенә лә бәйле. Ял базаларын үҫтереүҙе Радий Хәбиров төбәк менән етәкселек итә башлау осоронда туризм йүнәлешендә төп бурыстарҙың береһе тип билдәләгәйне. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар өсөн грант һәм субсидиялар системаһы, ташламалар булдырылды. Матди ярҙамға республиканың төрлө райондарында ял йорттары төҙөлә, инфраструктура булдырыла. Туристик базаларҙың береһен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина барып күрҙе.

Эстетик зауыҡ һәм хозур тәбиғәт. «Шелтер» базаһының өҫтөнлөгө ошонда, ти ял итеүселәр. Ул Өфө районы Ушаков ауылынан алыҫ түгел күл эргәһендә , урман ҡосағында урынлашҡан. Ике ҡатлы йорт үҙенсәлекле архитектураһы менән дә йәлеп итә. Бина скандинав стилгә нигеҙләнеп төҙөлгән. Ял биләмәһендә чан, ит ҡыҙҙырыу урыны бар.

Глэмпинг быйыл ҡыш асылды. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала халҡы араһында ул популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Бында кешеләр мәшәҡәттәрҙән арынып, ял итергә, саф һауа һуларға килә. Ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итәбеҙ.

Эмилия Выдрина, «Шелтер» глэмпингы етәксеһе

Әле ял зонаһында тик бер генә йорт. Яҡын арала улар артыр, тип көтөлә. Эшҡыуар ошо маҡсатта дәүләттән 10 миллион һумлыҡ субсидия йәлеп иткән.

Республиканан матди ярҙамға Ҡариҙелдә йәшәгән Эльвина Рожина ла лайыҡ булған. Уның «Ғаилә тарихтары» тип исемләнгән туристик базаһы Павловка һыуһаҡлағасы буйында урынлашҡан. Әле бында 9 йорт бар, улар 4, 10 кешене һыйҙыра ала. Биләмәлә мунса, душ, кафе ла төҙөлгән.

Ғаиләне берләштереү - беҙҙең төп маҡсат. Шуның өсөн бында ата-әсәләр һәм уларҙың балалары өсөн уйындар, физик күнекмәләр ойошторола. Туристик базала спорт һәм балалар майҙансыҡтары бар.

Эльвира Рожина, «Ғаилә тарихтары» туристик базаһы етәксеһе

Яҡын арала туристик базала тағы ла 7 йорт һәм зоология паркы төҙөү ҡаралған. Ошо маҡсатта йүнселдәргә Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙам итә. Бөтә эш тә республикала туристар ағымын арттырыу һәм төбәккә инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында алып барыла. Бер нисә көн элек асылған «Салауат ере» тарихи-мемориал комплексы ла республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн яратҡан туристик нөктә булыр тип көтөлә.

Яңы туристик нөктә халыҡ геройы тыуған ауылында урынлашҡан. Ул республиканың төньяҡ-көнсығышында ғына түгел, тотош республика өсөн яңы иҫтәлекле урын.

Рәзилә Ғиниәтуллина