Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҙы Марат Хөснуллин билдәләне. Вице-премьер видеобәйләнеш режимында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Бөгөн «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты буйынса әүҙем эш алып барыла. Комплекслы ҡараш һөҙөмтәһендә инфраструктураны үҫтереүҙә системалы эш итергә мөмкин буласаҡ, һәм ул илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн иң ҙур синергетик эффект бирә, - тине вице-премьер. Ул шулай уҡ федераль программалар һәм милли проекттар күрһәткестәренә ирешеү буйынса алдынғы төбәктәрҙе билдәләне. Пенза, Түбәнге Новгород өлкәләре, Адыгея, Төньяҡ Осетия - Алания, Татарстан, Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкес һәм Чечен республикалары ыңғай динамика күрһәтә. Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт, темпты кәметмәүегеҙҙе һорайым, - тине Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.