Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа сығыу тураһында документ тапшырыу осоро тамамланды

Һайлауҙа ҡатнашырға биш парламент партияһы вәкиле теләк белдергән. Тәүгеләрҙән республика Үҙәк һайлау комиссияһына «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән Башкортостан башлығы Радий Хәбиров документтарын тапшырҙы. «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар хәҡиҡәт өсөн» партияһынан - Владимир Нагорный, ЛДПР-ҙан - Иван Сухарев, «Яңы кешеләр» партияһынан Илшат Тимерйәнов һәм КПРФ-тан Артур Шәйнуров сыҡҡан. Башҡортостан башлығын һайлау 3 көн - 6 сентябрҙән 8-нә тиклем дауам итә.