Иң яҡшы проект авторҙарына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярты миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Гранттар конкурсын төбәк етәксеһе былтыр Уҡытыусы һәм остаз йылында булдырғайны. Ул Рәсәйҙә беренсегә үткәрелә. Тантананы БЮТ хәбәрселәре лә күҙәтте.
Мәләүез ҡалаһынан тәрбиәсе Гөлназ Нәҙершинаның трибунанан әйткән һүҙҙәре ант кеүек яңғырай. Табиптар Гиппократ анты буйынса пациентҡа ярҙам итеүҙе мотлаҡ һанаһа, улар алдында киләсәк быуынды лайыҡлы тәрбиәләү бурысы тора. Белгес - йәш тәрбиәселәр араһында грант конкурсы еңеүселәренең береһе. Үҙ балалар баҡсаһында ул телестудия ойошторған.
Был тәрбиәселәр өсөн гранттар конкурсының тәүге еңеүселәр төркөмө. Конкурста 35 йәшкә тиклем йәш белгестәр ҡатнаша. Йәмғеһе 50 тәрбиәсе үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ярты миллион һумлыҡ субсидия алды. Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған ошондай конкурс илдә тәүгә үткәрелә. Тантана ваҡытында төбәк башлығы конкурста ҡатнашҡан тағы ла 25 белгескә матди ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте.
Гранттар конкурсы - үҙ эше оҫталарына рәхмәт белдереү сараһы, тине республика етәксеһе тантана барышында. Бынан тыш, республикала балалар баҡсаларын ремонтлау һәм модернизациялау программаһы старт аласаҡ. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә белдерелгән бурыс.
Йыл һайын Башҡортостанда тиҫтәгә яҡын балалар баҡсаһы асыла. Ә шәхси балалар баҡсаларында быйыл милли проект буйынса өҫтәмә 360 урын булдырыу ҡаралған. Шулай уҡ муниципаль булмаған учреждениеларҙа эшләгән тәрбиәселәр грант конкурсында ҡатнаша аласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина