Бөгөн республика йәмәғәтселеге мәшһүр ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүрҙе һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингы Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Әҙип менән хушлашыу сараһында Радий Хәбиров ҡатнашты. “Рәшит Шәкүр замандаштары өсөн өлгө булып торҙо. Ул башҡорт теле үҫешенә тос өлөш индерҙе, бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы”, - тине Республика Башлығы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Рәшит Шәкүр остазым булды”, - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Рәшит Шәкүр бар ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул бик күп уҡыусылар тәрбиәләне. Рәшит Закир улының фәнни һәм әҙәби мираҫын өйрәнеү, һаҡлау беҙҙең төп бурысыбыҙ”, - ти танылған ғалим Фәнил Фәйзуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәшит Шәкүргә 87 йәш ине. Ул Өфө ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының Почетлы гражданы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан дәүләт гимны авторҙарының береһе. Замандаштары уны башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы, халыҡ намыҫы тип атай. Мәрхүм баш ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнде.