Әбйәлил районына дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтелә

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе Уҙған шәмбе көслө ел Йәнгел ауылы мәктәбе бинаһының ҡыйығын алып ташланы, шулай уҡ йорттар зыян күрҙе. Северный ауылында ете йорт өлөшләтә ҡыйыҡһыҙ ҡалды. Озерный ауылында ҡойма ямғыр сәбәпле ике шәхси йортто һәм 76 ихатаны һыу баҫты. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров вице-премьер Алан Марзаевҡа мәсьәләне шәхси контролгә алырға һәм хәл итергә ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн дә республикала урыны менән көслө ел сығыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Халыҡҡа уяу булырға кәңәш ителә.