Радий Хәбиров Ҡазанда үткән БРИКС уйындарында еңеү яулаған Башҡортостан вәкилдәре ҡотланы

Спортсыларыбыҙ 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы. Төбәк башлығы социаль селтәрҙә яҡташтарыбыҙҙың Рәсәй йыйылмаһының наградалар тупланмаһына ҙур өлөш индереүен билдәләне. Республика илдең иң ҙур спорт үҙәге булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. БРИКС илдәре уйындарында 90 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Рәсәй йыйылма командаһы составына 18 Башҡортостан спортсыһы инде. Улар бокс, бадминтон, көрәш, спорт көрәше, билбау көрәше, фехтование, каратэ, байдарка һәм каноэла ишеү кеүек спорт төрҙәрендә сығыш яһай.