Өфөлә күп функциялы Көрәш һарайы төҙөлөшө дауам итә

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған тарихи объект төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Ҙур комплекста спорт көрәше мәктәбе, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, ҡунаҡхана, конференция залы һәм башҡа бүлектәр буласаҡ. Көҙ көнө Көрәш һарайы «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумын ҡабул итер тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында. 

Биш ҡатлы, ҡеүәтле күп функциялы Көрәш һарайында төҙөлөш эштәре ҡайнай. Яңы объект архитектур күҙлектән бик үҙенсәлекле - уға оҡшаш комплекс Рәсәйҙә тик Сочи ҡалаһында бар.Төҙөлөш майҙансығында 57 колоннаны мәрмәр менән биҙәкләү эштәре ойошторолған. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге - 16 метр.

Көрәштең бөтә төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн спорт һарайы төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Өфө өсөн тарихи объект тап уның тәҡдиме буйынса сафҡа индерелә. Был үҙәк төбәктә меңәрләгән малай-ҡыҙға спорт йүнәлешендә үҫергә мөмкинлек бирәсәк.

Һигеҙ спорт залында 18 көрәш келәме буласаҡ. Йәш көрәшселәрҙе тәрбиләү, спорт түңәрәктәрен алып барыу өсөн 25 белгес йәлеп ителеүе көтөлә. Республика етәксеһе объекттың бөтә залдарын ҡарап, төҙөлөш мәсьәләләрен иғтибарға алды. Башҡортостан башлығы Көрәш һарайының быйыл йәй аҙағына әҙер булырға тейешлеген билдәләне.

Флорида Ким