Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының парламент фракцияһы йыйылышында ҡатнашты

Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» ҙән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында торған бурыстар ҡаралды. Йыйылыш башында фракция етәксеһе Салауат Хөсәйенов төбәк парламентының көҙгө һәм яҙғы сессиялары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан башлығы, Хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән ҡануни башланғыстарҙы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары әүҙем тикшерҙе, тине Салауат Хөсәйенов.

Фракция етәксеһе шулай уҡ депутаттарҙың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуын, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүен белдерҙе. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров үҙенең сығышында парламентарийҙарға әүҙем ҡануни эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа оператив ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ, улар буйынса һеҙҙең менән бергә тейешле закондар сығарыу базаһын булдырабыҙ, тине Радий Хәбиров. Партия бүлексәһе етәксеһе өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә махсус хәрби операцияға ярҙамды, «Бөтә Рәсәй» халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуҙы, шулай уҡ Башҡортостандың 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһын формалаштырыуҙа ҡатнашыуҙы атаны. Радий Хәбиров депутаттарға халыҡ менән йышыраҡ осрашырға, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирергә ҡушты.