Башҡортостанда вахта ысулы менән эшкә ҡалыусылар һаны буйынса Иглин районы беренсе килә

Әлеге ваҡытта Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә 83 кеше урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына йыл башында старт биргәйне. Ярты йыл эсендә генә 100-ҙән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Константин Германов Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә икенсе ай. Ошо ваҡыт эсендә ул токарь һәм фрезировкалаусы кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштереп өлгөргән. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан замандашыбыҙ Ауырғазы районында Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм сәнәғәт предприятиеһы вәкилдәре менән осрашыуынан һуң эшкә килә.

Константин әлегә өйрәнсек кенә. Шуға ла уҡыу-уҡытыу саралары производствоға өйрәтеү мастеры күҙәтеүендә алып барыла. Әйткәндәй, ул бында бер-нисә һөнәргә эйә буласаҡ.

Беҙ бында мультибелгестәр әҙерләйбеҙ. Йә иһә предприятиеға эшкә килеүсе бер-нисә һөнәр үҙләштерә аласаҡ. Урында уҡыу менән бергә, практик тәжрибә туплау мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн производствола заманса станоктар бар. Өйрәнергә теләк кенә булһын.

Эрик Әхмәтханов, мастер

Әйткәндәй, ойошма эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн 4 айлыҡ уҡыуҙар үткәрә. Был ваҡыт эсендә уға ике минималь хеҙмәт хаҡы, йәки 38 мең күләмендә стипендия түләнә. Артабан хеҙмәткәргә цехта ярты йыл эшләгәндән һуң 75 мең һум күләмендә эш хаҡы ҡаралған. Завод етәкселеге вәғәҙәләүенсә, айлыҡ түләү 110 мең һумғаса һәм унан юғарыраҡ күтәрелә ала. Барыһы ла хеҙмәткәрҙең эшкә мөнәсәбәте, тырышлығына бәйле.

Вахта буйынса эшләүселәргә йәшәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә, торлаҡты ҡуртымға алып йәшәүселәргә 13 мең һум компенсация түләнә. Уҡыу ваҡытында бушлай ашатыу ойошторола. Эшкә урынлашырға теләүселәр 8 - (347) 239-56-95 телефоны буйынса шылтырата йәки, заводтың umporabota.ru сайтында ғариза ҡалдыра ала. Предприятиела токарь, фрезировкалаусы, иретеп-йәбештереүсе, программа менән идара ителеүсе станок операторҙары һәм башҡа төр һөнәрҙәр буйынса 3 меңдән ашыу вакантлы хеҙмәт урыны бар.

Азат Ғәлиуллин