Өфөлә автомобиль транспортында авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса иң яҡшы команда асыҡлана

Ярыштың финал этабында12 команда, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре ҡатнаша.

Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һағы баш идаралығы етәксеһе Валентин Нелюбов сәләмләне. Ул бәйгенең 15-се тапҡыр ойошторолоуын, ҡотҡарыусыларҙың Башҡортостан ерендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеренә ышаныс белдерҙе. Командаларҙың эшмәкәрлеген судьялар баһалай. Ярыштан тыш көн дауамында тамашасылар өсөн янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ күңел асыу квестары, скалодром, янғын һүндереү-ҡотҡарыу автомобилдәре һәм ҡорамалдары күргәҙмәһе, ялан кухняһы ойошторолдо.