Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Ил һаҡсылары һәм уларҙың яҡындары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң оло юлға сығырға ваҡыт. «Өфө-Арена» комплексы янындағы майҙанда хәрбиҙәргә йәнә изге теләктәр әйтелде. Бер төркөм ҡаһарман яҡташтарыбыҙға Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары тапшырылды. Яугирҙарҙың бөтәһе лә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан, бер- береһен улар яҡшы белә, Еңеүгә ышаныстары ла көслө.
Отпускыһын һәр кем файҙалы үткәрергә тырышҡан. Берәүҙәр торлаҡ алып ремонт эштәрен теүәлләһә, икенселәр тәбиғәт ҡосағында ғаиләһе менән ял иткән, баҡса эштәре менән булған. Йылайыр районынан «Аҡмулла» ҡушаматлы яугир ҙа тыуған яғында көс йыйып, алғы һыҙыҡҡа юллана.
Ватан алдындағы хәрби бурысты үтәүселәр махсус хәрби операция биләмәһенә ике автобуста барасаҡ. Өфөләге майҙандан уларҙы илһөйәрлек рухындағы йырҙар менән оҙатып ҡалдылар.
Ике аҙналыҡ отпуск тамам, йәнә юлға. Яҡташтарыбыҙҙың үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа баҫыуы - Башҡортостандың ҡыйыу йөҙө сағылышы.
Гөлназ Хәйбуллина