Баймаҡ районында адреслы социаль ярҙам күрһәтеү уңышлы алып барыла

Әлеге мәлдә 8 эшҡыуар маҡсатлы аҡса алып, үҙ эшен киңәйтеүгә ирешкән. Күгиҙел ауылының иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт. Тиҙҙән туристарға Имас тауы, Күсем, Таған таштарына, Талҡаҫ күленә һыбай барыу мөмкинлеге булдырыла. Һәмән ауылынан Фәнүз Үҙәнбаев Баймаҡ районында ат туризмын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Былтыр ул райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн документтар тапшыра. Комиссия бизнес-планды уңышлы тип таба һәм Фәнүз 350 мең һум күләмендә финанс ярҙам ала.

Социаль контракт - хыялдарҙы тормошҡа ашыра. Әминә Кәримова ла адреслы ярҙам программаһын файҙаланып үҙен шәхси эшҡыуар булараҡ таныта. Әле ул ателье асып - дизайн, тәҙрә ҡорғандары, милли биҙәкле кейемдәр тегеү һәм йүнәтеү менән шөғөлләнә, тирмә япмаларына заказдар ҡабул итә.

Адреслы ярҙамды эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар, үҙмәшғүлдәр, шәхси хужалыҡ алып барған йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән граждандар файҙалана ала. Маҡсатлы программа үҙ эшеңде киңәйтеү һәм өҫтәлмә эш урындары булдырыуға ла ҙур ярҙам булып тора.

Раушания Рәхимова