Ташаҫты ауылы янында урынлашҡан «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында ойошторолған шәжәрә байрамы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Уҡлыҡая итәгендә Сәйфелмөлөк вариҫтары осрашты. Улар илебеҙҙең һәм республиканың төрлө ауыл-ҡалаларында ғүмер итә. Байрам йәш быуынды ырыуҙаштар, уларҙың данлы үткәне, уңыш-ҡаҙаныштары, нәҫел тамырҙары менән яҡындан таныштырыу маҡсатында ойошторолдо. Тарих эҙҙәрен һаҡлаған Уҡлы ҡая итәге ҡаршыһында урынлашҡан тирмәләрҙә ошо төбәк халҡының көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин ине.
Сәйфелмөлөк вариҫтары ырыу шәжәрәһен архив докуметтарын төплө өйрәнеп, ентекле тикшергән. Тәбиғәт ҡосағындағы яланда тирмәләр, майҙан уртаһында сәхнә ҡоролған. Сараға ауыл халҡы ғына түгел, күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Еректә тыуып-үҫеп, хәҙер инде сит ерҙәрҙә йәшәгән ауылдаштары ҡайтҡан.
Шәжәрә байрамы үткән майҙан йыр-бейеүҙәрҙән шау-гөр килеп торҙо. Олоһо-кесеһе милли уйындарҙа ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләне, изге теләктәрен еткерҙе. Ауыл халҡын берләштереүсе сараға күп көс һалғандар тырышлығы ла юғары баһаланды.
Шәжәрә байрамы сәмле спорт ярыштары, халыҡ уйындарына үрелеп барҙы. Йыр-моң яратыусылар иһә йөкмәткеле байрам концертын ҡарап йәшлек йылдарын хәтерләне.Туған-тыумасаларҙы, рухташтарҙы, ырыуҙаштарҙы бергә туплаған шәжәрә байрамы йәш быуынға мөрәжәғәт менән йомғаҡланды.
Гүзәл Борханова