«Мәктәп футбол лигаһы» Бөтә Рәсәй ярыштарының республика этабы финалдары башланды

Турнирҙа футбол менән профессиональ шөғөлләнеүселәр түгел, ә дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары сығыш яһай. Былтыр старт алған пилот проектта илдең 50 төбәгенән 11 меңгә яҡын бала төбәк этабында сығыш яһаны. Башҡортостан лига матчтарын беренсе миҙгел ҡабул итә һәм ул өс йәш төркөмөндә үтә. 13 йәштәгеләр араһында финал уйындарына ҡыҙҙарҙан Бөрө һәм Салауат районындары барып етһә, малайҙар араһында Өфө һәм Үрге Йәркәй ауылы футболсылары көс һынашты. Мәктәп лигаһының 11 һәм 15 йәштәге уҡыусыларҙың иң яҡшы командалары киләһе ял көндәрендә асыҡлана. Чемпион исемен яулаған дүрт коллектив сентябрҙә Мәскәүгә Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашыу хоҡуғын ала.