Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, эш көндәрендә 20 миллион һумға тиклем аҡса урлау осраҡтары теркәлеп бара. Ял көндәре аҙыраҡ. Шәмбе һәм йәкшәмбе банктар эшләмәй, халыҡ ял итә. Былтыр мутлашыусылар республика халҡынан 3 миллиард 200 миллион һум урлаған. Быйыл 4 айҙа 4 меңдән ашыу енәйәт теркәлгән.