Башҡортостандан тура Әрмәнстанға осорға була. 9 июлдән авиарейстар арттырыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерҙеләр. Самолеттар һәр шишәмбе юлға сыға. Өфөнән осҡан пассажирҙар 2 сәғәт 45 минуттан Ереванда була. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Өфө” халыҡ-ара аэропорты сайтында танышырға мөмкин.