Өфө дәүләт циркы ике йылдан төҙөкләндерелә башлай.

Эштәр 2028 йылда тамамланырға тейеш. Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова ошо турала белдерҙе. Объект федераль милек булып иҫәпләнә. Республика проектты әҙерләү өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплата. Дәүләт циркын тәртипкә килтереүгә 2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала.