Башҡортостанда фәнни технопарк булдырыла

Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында үткән «Фән сәғәте»ндә белдерҙе.

Металдарҙың үтә һығылмалылығы институты Башҡортостандағы төп фәнни үҙәктәрҙең береһе, ғалимдарҙың асыштары авиация, машиналар эшләү тармағында киң ҡулланыла. Уларҙы нефть эшкәртеү сәнәғәтенә лә индереү планлаштырыла. Мәҫәлән, әле институт ғалимдары ПД - 14 двигателе вентиляторының уникаль өлгөһөн тәҡдим итә, ул пассажир самолеты өсөн эшләнә. Был продукцияны етештереү ысулына халыҡ-ара патент алыу илебеҙгә яңы быуын авиадвигателдәр етештереүсе дүрт ил иҫәбенә инергә, Өфө мотрҙар эшләү берекмәһе базаһында уникаль ҡыуыш көрәк етештереүҙе яйға һалырға мөмкинлек бирҙе. Бынан тыш, институтта сит ил аналогтары менән сағыштырғанда юғары температураға сыҙамлы яңы интерметаллид иретмәһе эшләнә. Башҡортостан башлығы бында инновацион асыштар экспозицияһын ҡараны. Атап әйткәндә, уранды байытыу өсөн яңы быуын газ центрифугаһы элементтары, газ турбиналы двигателдәрҙең компрессор көрәктәре, төрлө техника өсөн эске яныу двигателдәре деталдәрен тәҡдим ителә. Институт етәкселеге билдәләүенсә, республика яғынан финанс ярҙамы күрһәтелеүе ғалимдарға яңы асыштар яһарға мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров киләсәктә республикала фәнни технопарк асыласағын да белдерҙе.

Башҡортостанда фәнде үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Ошо маҡсатта республика бюджетынан йыл һайын 500 миллион һум йүнәлтелә. 2022 йылдан йәш ғалимдарҙың һәм уҡытыусыларҙың стажировкаларына һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200-шәр миллион һум аҡса бүленә. Шулай уҡ төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттар ҡаралған. Башҡортостан башлығы «Фән сәғәте» ндә ғалимдарға ғилми асыштары өсөн дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында физика-математика фәндәре докторы, профессор Айрат Назаров та бар. Айрат Әхмәт улына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы тапшырылды.