1998 йылдан үткәрелгән конкурс быйыл ул Өфөнөң 450, Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды. Балалар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен, хатта Запорожье өлкәһенән дә ҡатнашты. Илдең яңы субъекты уҡыусылары Башҡортостанға әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ярҙамында килгән. Улар «Урал батыр» конкурсы тураһында һөйләгән, юл хаҡын да түләгән.
Финалда 53 янғыҙ башҡарыусы һәм 17 фольклор коллектив сығыш яһаны. Ҡатнашыусыларға диплом, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.