«Юлдаш» радиоканалы тағы ла бер хеҙмәттәшен махсус хәрби операцияға оҙатты

Альберт Рамаҙанов күптәргә тәжрибәле тауыш режиссеры, үҙ эшенең оҫта8ы булараҡ билдәле. Ике тиҫтә йылдан ашыу «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эшләгән замандашыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге ирекле башҡорт батальонында хеҙмәт итәсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Юлдаштар хеҙмәттәшен икмәк тешләтеп Ватан һағына оҙатты. Радио коллективы боронғо йолаға тоғролоҡ һаҡлай.. Ир-егеттәрҙең намыҫлы хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп башҡарылған ырым бөгөн дә үтәлде. Радиоканал режиссеры Альберт Рамаҙанов махсус хәрби операцияға юлланды. Замандашыбыҙҙы ғаиләһе менән бергә, туғандары, дуҫтары һәм дә оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре оҙатты. Тура эфирҙан да сәләмләнеләр.

Альберт Рамаҙанов махсус хәрби операцияға барыу ҡарарына уйлап килә. Салауат Юлаев исемендәге ирекле башҡорт батальонын һайлауы ла осраҡлы түгел. Хеҙмәттәшебеҙ үҙе лә сығышы менән данлыҡлы милли батырыбыҙ ҙың төйәгенән.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта «Юлдаш» радиоһынан тағы ла бер хеҙмәттәшебеҙ алғы һыҙыҡта. Бәйтулла Фәтхуллин махсус хәрби операцияға былтыр декабрҙә юлланғайны. Бөгөн сафты Альберт Рамаҙанов тулыландырҙы.

Изге теләктәр бөгөн «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда ла яңғыраны. Бер төркөм яугирҙар отпускыһын тултырып алғы һыҙыҡҡа юлланды.

Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыусы ир-егеттәр артынан, алғы һыҙыҡтағы яҡташташтарға тыуған яҡ сәләме лә еткереләсәк. Республика ирекмәндәре Башҡортостан Хөкүмәтенән бүленгән автобустарға исемле посылкалар, фронт өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе тейәне. Уларҙың теләге бер - ватандаштырыбыҙ Еңеү менән имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын.

Азат Ғәлиуллин