Мәсетле районында хәбәрһеҙ юғалған 1940 йылғы ҡатындәң кәүҙәһе табылған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Малаяҙ ауылында юғалған ханымды өс тәүлеккә яҡын эҙләй. Ул 20 июндә өйөнән сығып киткәндән һуң әйләнеп ҡайтмай. Һуңыраҡ Әй йылғаһы ярында уның шәхси әйберҙәре табыла.

Ҡыҙғанысҡа, бөгөн, Кесе Ҡыҙылбай ауылы эргәһендә урындағы балыҡсы ҡатындың кәүҙәһенә юлыҡҡан. Ҡотҡарыусылар һыу ҡорбанының кәүҙәһен ярға сығарып полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.