Бөгөн “Юлдаш” радиоһы коллективы Альберт Рамазановты әҙерлек үтеү үҙәгенә оҙатты. Ул Салауат районы егете. “Алғы һыҙыҡта булған таныштарым, дуҫтарым күп. Мин дә ил һағына баҫырға ҡарар иттем”, - тип белдерҙе Альберт.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ул ысын патриот. Ғорурланабыҙ! Бөтә ир-егеттәребеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ”, - ти коллегабыҙҙың тормош иптәше Луиза Рамазанова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАльберт Рамазанов 20 йылдан ашыу радиола тауыш режиссеры булып эшләй. Эфирҙан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Юлдаш”тың волейбол командаһы ағзаһы. “Коллегабыҙҙың ҡарарын хуплайбыҙ, хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ”, - ти тауыш режиссерҙары Нияз Әбелғәзин һәм Динар Дәүләтбаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАльберт РамазановСалауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонда хеҙмәт итәсәк.