Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация эш сәфәре менән союздаш дәүләттә йөрөй. Витебскиҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы уҙа. Радий Хәбиров төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһенә бәйле секция ултырышында ҡатнашты. Башҡортостан һәм Беларусь төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә. Туризм өлкәһе айырым урын алып тора. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса 1,6 мең оло йәштәге яҡташыбыҙ Беларустә булған”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт