Республикала мутлашыусылар халыҡты 7 миллион һумға алдаған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә полицияла 23 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Өфөлә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһынан 1 миллион һум урлағандар. Уға декан исеменән ялған хат килгән. Унда сетерекле мәсьәлә буйынса полиция шылтыратырға тейеш тип яҙылған. Аферистар уҡытыусы исеменә кредит алырға маташыуҙарын әйтеп ҡурҡытҡандар. Быны булдырмаҫ өсөн алдараҡ аҡса юлларға һәм “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Полиция шикле телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә һәм кемгәлер ышанып бер ҡайҙа ла аҡса күсермәҫкә өндәй.