Федераль эксперттар 6 ай йомғаҡтары буйынса рейтинг әҙерләгән. Уны “НЕЗЫГАРЬ” телеграм-каналы тәҡдим итә. Беҙҙең республика 10-сы урынға ҡуйылған һәм “Юғары һөҙөмтәлелек” тигән төркөмгә индерелгән. Бында шулай уҡ Мәскәү, Татарстан, Чечня, Санкт-Петербург, Кемеров өлкәһе бар. Эксперттар фекеренсә, федераль үҙәк Башҡортостанда алып барылған сәйәсәтте хуплай, социаль-иҡтисади күрһәткестәр ыңғай баһалана, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов әйтеүенсә, инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлек тә юғары баһа алырға мөмкинлек биргән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт