Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла. Улар бөгөн Витебск ҡалаһында башланған 11-се Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнаша. Дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәр төҙөлә. Шулай уҡ, Башҡортостан етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә «Урочище Пески» мемориалына сәәкә һалды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Ошо көндәрҙә Витебскты фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 80 йыл тула. Ҡанлы һуғыш йылдары тарихын «Урочище Пески» мемориалы һаҡлай. 1941 йылда Урал хәрби округы тарафынан булдырылған өс дивизия, шул иҫәптән Башҡортостан һалдаттары бында ебәрелә. Туғандар ҡәберлегендә 40 меңдән ашыу хәрби әсир һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ерләнгән. Һәләк булыусылар иҫтәлегенә Радий Хәбиров сәскә һалып, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Эш сәфәренең төп маҡсаты - Беларусия һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнашыу. Күләмле сара былтыр Өфөлә үткәйне. Осрашыу иҡтисади, сауҙа, мәҙәни, гуманитар килешеүҙәрҙе яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Белоруссияның эре предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү, сәнәғәт кооперацияһы ярҙамында импортты алмаштырыу, илдең төрлө технологик мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙендә ике республиканың сәнәғәт кооперациялары тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Сәфәрҙең тәүге көнөндә Радий Хәбиров Витебск өлкәһе губернаторы Александр Субботин менән осрашты. Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы ағзалары Витебскиҙа төҙөкләндерелгән Еңеү майҙанында фонтандар комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был сара Витебскиҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойошторолған. Тантана ижади коллективтарҙың концерты һәм байрам салюты менән тамамланды.
Ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек иҡтисадҡа ғына ҡайтып ҡалмай. «Башҡорт оҙон ғүерлелеге» программаһы ярҙамында бер мең 600 хеҙмәт ветераны Беларусь республикаһына сәйәхәт ҡылған. Тағы бер мөһим проекттарҙың береһе - ул экологик мәсьәләгә бәйле. Башҡортостан тәбиғәтендә хәҙер Белорусиянан алынған зубрҙар үрсетелә. 11-се Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы үҙ эшен дауам итә. Эшлекле сара сиктәрендә осрашыуҙар ойоштороу, яңы килешеүҙәр төҙөү көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова