Өфөләге «Ҡурай уйнаусы малай» фонтанын яңыртыу эштәре 31 августҡа тамамлана

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында ҡуйылған скульптура композицияһы тулыһынса таҙартылып, махсус составтағы буяу менән яңыртыласаҡ. Фонтанға килгәндә, подрядсы компанияға уның нигеҙен тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға тура килгән. Сәит Ғәлиев бульварында һәм уның эргәһендәге биләмәлә ойошторолған күләмле төҙөкләндереү эштәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

«Ҡурай уйнаусы малай» фонтанының һыу өсөн резервуары тулыһынса эшлектән сыҡҡан булған, һөҙөмтәлә төҙөүселәр уны һүтеп, яңынан эшләй башлаған. Проектҡа ярашлы объект өс метрға киңерәк тә буласаҡ. Гранит плитә ҡатламы башҡорт орнаменты менән биҙәлә. Форсункалар һаны ла арттырылған, әле улар өсөн торбалар ҡырҡып һалына. Фонтан менән идара итеү системаһы ла эшләнә.

Һыу дүрт метр бейеклеккә тиклем урғыласаҡ. Шулай уҡ киске ҡараңғыла фонтан сағыу төҫтәргә инә һәм томан эффекты була. Скульптураға килгәндә, ул тулыһынса таҙартылған, тышҡы ҡатламын һаҡлау өсөн махсус составлы буяу менән үтеү ҡаралған. Биләмә халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә. Эргәләге майҙан һәм Сәит Ғәлиев бульварында ла күләмле төҙөкләндереү эштәре бара. Проектҡа ярашлы, бында йәйәүлеләр зонаһы ла ойошторола. Эскәмйәләр ҡуйыла.

Сәит Ғәлиев бульварының көньяҡ өлөшөн йәйәү үтеп булһа, төньяғында - ике яҡлы автомобиль хәрәкәте ебәрелә. Комсомол урамы эргәһендәге скверҙы төҙөкләндереү саралары ла былтыр көҙ башланғайны. Проект буйынса бында интерактив музыкаль мөйөш, ял зонаһы, спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары була. Бер өлөшөн монтажлау эштәре тамамланған. Хәүефһеҙ резина ҡатлам түшәргә, бәләкәй архитектура формалары, тренажерҙар өҫтәп ҡуйырға ҡалған. Был үҙгәрештәрҙе халыҡ ҡыуанып ҡабул иткән.

Биләмәлә күләмле йәшелләндереү эштәре лә башҡарыла. 2500 ашыу декоратив ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртыу ҡаралған, уларҙың бер өлөшө н бөгөндән үк күрергә мөмкин. Шулай уҡ участкала автоматик һыу һибеү ҡулайламалары ла урынлаштырыла

Был аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та Өфөнөң 450 йыллығына төҙөкләндерелгән фонтан һәм йәмәғәт биләмәһендәге эштәр менән танышты. Баш ҡала юбилейын лайыҡлы ҡаршы аласаҡ тине ул журналистар менән аралашҡанда.

Фонтан һәм уның эргәһендәге йәмәғәт биләмәһенең яңыртылыуы баш ҡала халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Төҙөлөш эштәрен август аҙағына, Өфөнөң юбилейына тамамлау ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина