Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы Ҡалтасы районында магазиндан һатып алынған ярымфабрикаттар менән ағыуланыу осрағын тикшерә башланы. Мәғлүм булыуынса, 5 бала тефтель ашап ағыуланған. Әле улар Нефтекама ҡала дауаханаһында дауалана.
Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында составында ботулизм токсиндары булған аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осраҡтағын асыҡлау өсөн заманса лаборатория эшләй. Медицина учреждениеһына эләккән һәр пациенттан тейешле анализдар алына һәм пневматик почта аша лабораторияға ебәрелә. Экспресс тикшеренеүҙәр урында яһалһа, киңерәк һөҙөмтә алыу өсөн анализдар 13-се дауахана лабораторияһына оҙатыла.