Өфөлә иң яҡшы дәүләт инженеры-инспекторы билдәләнде

Был һөнәр эйәләре төрлө машиналарҙың техник торошон күҙәтә һәм, иң мөһиме, төрлө категориялы техникала водителдәргә таныҡлыҡ тапшырыу буйынса имтихан ҡабул итә. Конкурс барышында инспекторҙар үҙҙәре һынау үтте. Улар алдында тракторҙа манёврҙар үтәү, машиналарҙың техник торошон тикшерә белеү оҫталығы баһаланды. Бынан тыш, конкурста ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса тест үтергә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә бурыслы ине.

Дәүләт инженеры-инспекторҙары араһында конкурс республикала йолаға әүерелгән. Быйыл ул тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы кимәлендә үтте. Бәйгегә башҡа төбәктәрҙән дә килгәйнеләр. Ярышта хеҙмәткәрҙәр генә түгел, инспекция бүлектәре етәкселәре лә көс һынашты.