Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, табиптарға мөрәжәғәт иткән һәр өсөнсө пациент – балаларға тура килә. Уҙған йылға ҡарағанда, быйыл талпандан зыян күргәндәр 21,5 процентҡа кәмегән. Республикала биләмәләрҙе зарарлы бөжәктән эшкәртеү дауам итә. Бөгөнгә 4,3 мең гектарҙа үткәрелгән.