Үҙенсәлекле учреждение былтыр 28 июндә асылды. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. Республика етәксеһенең фекерен эшҡыуарҙар, ойошма һәм предприятиелар, битараф булмаған кешеләр хупланы. Хоспис Өфөлә уҙған Рәсәй-Беларусь төбәктәре форумы барышында файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу сараһында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Валентина Ивановна учреждениеға сенсор бүлмәһен йыһазландырыу өсөн сертификат бүләк итте. Ул Башҡортостандың хоспис төҙөү буйынса уңышлы тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратыу кәрәклеге хаҡында шулай тип белдергәйне.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Өфө хосписы - уңайлы һәм заманса паллиатив ярҙам комплексы. Ул медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, ирекмәндәрҙе, руханиҙарҙы берләштерә. Уларҙың барыһы ла ҡаты сирле кешеләргә йөрәк йылыһын өләшә. Учреждение командаһына рәхмәт белдерәм”, - тип яҙа социаль селтәрҙә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. “Беҙ ауырыуҙарға ярҙам итеү, уларҙың тормошон еңеләйтеү маҡсатын ҡуябыҙ”, - ти хоспис хеҙмәткәре Наилә Ҡудашева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө хосписы стационары 60 урынға иҫәпләнгән.