Фәнгә арналған ғүмер. Өфөлә танылған ғалим Дамир Вәлиевты иҫкә алдылар

 Өфөлә мәшһүр ғалим Дамир Вәлиевтың иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара конференция үтте. Дамир Жәүәт улы Силәбе башҡорто. Ул Башҡортостан этика мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Фәлсәфә фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы. Уҡыусылары уны яҡшы ойоштороусы, талапсан педагог булараҡ иҫкә ала. “Мин уның беренсе аспиранты. Диссертациямды ваҡытында яҡланым. Сөнки остазым оҫта булды”, - ти профессорҙың уҡыусыһы, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дамир Вәлиев 2002 йылда вафат була. Тыуған яғы Силәбе өлкәһе Арғаяш районында уның исемен йөрөткән мәктәп бар.  Уның диуарына ғалимға арналған мемориаль таҡтаташ беркетелгән.