Эшлекле һөйләшеүҙә төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу, берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса перспектив йүнәлештәр билдәләнде. Ауыл хужалығы машиналары төҙөлөшө өлкәһендә кооперация, минераль ашламалар етештереүҙә берләшеү, ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьминәт кеүек мөһим проекттар бар. Яҡтар туризм буйынса бәйләнештәрҙе нығытырға иҫәп тота. "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" проектын үҫтереү, студенттар һәм мәктәп турҙарын ойоштороу мөмкинлектәре шулар иҫәбендә. Радий Хәбиров Гродно өлкәһе вәиклдәрен Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа ҡатнашырға ла саҡырҙы. Владимир Караник иһә Башҡортостан делегацияһына Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең 11-се форумында ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Витебскиҙа Радий Хәбиров Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко менән дә осрашып, төбәктәр араһында ике яҡлы хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен билдәләне. Һуңғы йылдарҙа үҫеш алған иҡтисади бәйләнештәр үҙ һөҙөмтәһен бирә: тауар әйләнеше арта, предприятиелар араһында бәйләнештәр нығый. Осрашыуҙа машиналар төҙөлөшө, химия продукцияһы производствоһы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, туризм буйынса үҙ-ара килешеп эшләү мәсьәләре барланды. Бынан тыш, Өфөлә "Да дому" белорус магазиндары селтәрен асыу проекты ҡаралды