Башҡортостандың инициативалы яугирҙар төркөмө уҡыу кабинетын ойошторған

Өҫтәүенә, поход шарттарында. Бында хәрбиҙәр пилотһыҙ аппараттар һәм дрондар менән идара итеү күнекмәләрен камиллаштыра. Һалдаттар кәрәкле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителә, ҡайһы бер предметтар гуманитар ярҙам менән дә килтерелә. Яугирҙар атыштар тынған мәлдәрҙә симулятор ярҙамында тәжрибәһен арттырыу мөмкинлегенә эйә.

Ысынында иһә, реаль картина бөтөнләй башҡаса. Компьютерҙа төрлө ҡаршылыҡтар, тауыштар булған видеоаналогтар сағылдырыла. Һалдаттарға алғы һыҙыҡта дрондар менән идара итеү өсөн бындай тәжрибә туплау бик мөһим.

«Хәсән» ҡушаматлы яугир