Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проектын тулыһынса ҡабул итте. Киләһе йылдан хаҡлы ялдағы бөтә кешеләргә лә пенсия индексациялана бара. Бының өсөн 2025 йылда бюджеттан өҫтәмә 95,4 миллиард һум тотонола. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла айлыҡ түләүҙәрҙе арттырып барырға тәҡдим итте.