Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын ҡабул итте. Пенсионерҙар, инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандарынан, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән банк аша аҡса түләгәндә комиссия алып ҡалынмай. Ошондай мөмкинлек 1 июлдән көсөнә инде. Бынан тыш, башҡа кешеләргә “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтаһы аша коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә комиссия алынмай.