Проектта йөҙәрләгән ойошма 9 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. Төҙөүселәр, ИТ технологиялар, медицина, транспорт, нефть сәнәғәте, туризм, дөйөм туҡланыу һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эш эҙләүселәр һәм предприятие етәкселәре осрашып аралашты. Вакансиялар йәрминкәһендә студенттар, мөмкинлектәре сикләнгән һәм өлкән йәштәге граждандар ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфө медицина колледжы студенттары аҡ халатлылар һөнәре тураһында һөйләп уҡыу йортон презентациялай. Вакансиялар йәрминкәһе ҡунаҡтарына улар колледж көндәлеге, медицина тармағы, уның ыңғай яҡтары тураһында мәғлүмәт еткереп абитуриенттарҙы йәлеп итергә тырыша.
«ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлек ваҡыты» форум-йәрминкәһендә һәр кем эшсе һөнәрҙәрҙең симуляторҙарын ҡарап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды.
Форум майҙанында ҡунаҡтарға үҙенең стендтарын бәләкәй һәм урта бизнес ойошмалары, ҙур предприятиелар тәҡдим итте. Эш эҙләүселәргә һөнәр һәм вакансияға ҡарап 20, 50 , 100 мең һумға тиклем вакансия һайлау мөмкинлеге бирелде.
Республикала эшһеҙлек кимәлен кәметеү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Вакансиялар йәрминкәһендә студенттар, мөмкинлектәре сикләнгән һәм өлкән йәштәге граждандар өсөн тап килгән, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары тәҡдим ителде.
Башҡортостанда «ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлек ваҡыты» вакансиялар йәрминкәһе икенсе тапҡыр үтте. Проектта йөҙәрләгән ойошма 9 меңдән ашыу вакансия тәдим итте. Эш эҙләүселәр компания вәкилдәре менән аралашып, хеҙмәт юлын башлай алды.
Флорида Ким