Баш ҡалала «Өфө мунсағы» сәләмәтлек һуҡмағының яңы маршруты төҙөлә

Проектҡа ярашлы, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр Урман юлы урамынан «Нур» театрына тиклем тура төшә аласаҡ. Һуҡмаҡ бер саҡрым оҙонлоҡта була. Әлегә билдәләнгән участкала асфальттың тәүге ҡатламы һалына. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала халыҡ менән кәңәшләшеп, биләмәгә исем биреү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Быға тиклем «Өфө мунсағы»ның ике маршруты төҙөлгән. Иҫәп буйынса өсөнсөһө лә ихтыяж менән файҙаланыр тип көтөлә.

Ике йыл элек «Нур» татар дәүләт театры эргәһендә Даян Мурзин скверы төҙөкләндерелгәйне. Уға илткән һуҡмаҡ буйлап халыҡ күп йөрөй. Халыҡ мөрәжәғәте буйынса участка «Өфө мунсағы» проектына индерелде.

Сергей Плотников, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы