Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ Инйәр-Айыс юлы буйлап бөтә транспорт төрҙәре хәрәкәте туҡтатылды. Бындай ҡарар ямғыр ташҡыны һәм Ноҡат күпере йөк ташыу һәләтен өлөшләтә юғалтыу сәбәпле ҡабул ителә.
Яуым-төшөм Өфө - Инйәр - Белорет юлын да йыуған. Рәүәт йылғаһы аша күпер ҙә зыян күреүе ихтимал. Урында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре патруле алып барыла, юл билдәләре ҡуйылған. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта халыҡтан уңайлы һауа торошо һәм йылғалар кимәле түбәнәйгәнсе был йүнәлештә йөрөмәүҙе һорай. Урау юл варианты М-5 трассаһы. Шулай уҡ Әбйәлил районындағы Озерный-Күсем юлында ла транспорт хәрәкәте сикләнде. 94 йорт ихатаһы һыу аҫтында ҡалған, халыҡты эвакуациялау өсөн дүрт автобус һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән.
Эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса ике экскаватор өйҙәр яғына һыу ағып китеүен булдырмау өсөн юл япмаһының ситен нығыта. Бығаса булмаған ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә лә экскурсиялар туҡтатылған. Сөнки тәбиғәт ҡомартҡыһына инеү урынын һыу баҫҡан. Шуға ла ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре халыҡтан «Шүлгәнташ»ҡа сәфәрҙе кисектереп тороуҙы һораған. Әле ваҡытта күп кенә райондарҙа, айырыуса таулы төбәктәрҙәге йылғаларҙың ташыуы күҙәтелә. Һауа торошо күренештәрен контролдә тотоу маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән оператив штаб булдырылған. Халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизондарының оператив төркөмдәре яуап бирә. Кешеләр менән даими аралашыу һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында мәғлүмәт биреү ойошторолған.