Хәйбулла районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса ярыштар уҙҙы

Туризмға сиктәр юҡ. Хәйбулла районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса ярыштар уҙҙы. Йәнтештә Һаҡмар йылғаһы буйында ярышта 9 команда составында 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Еңеүгә ынтылышлы көслө рухлылар хаҡында киләһе яҙмала.

Туризм сикләүҙәрһеҙ. Был спортсыларҙан өлгө алырға кәрәк. Хәйбулла районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында туризм буйынса ярыштар үтте. Күп спортсыларҙың туристик стажы һәм тәжрибәһе лә ярайһы.

Ҡаршылыҡтарҙы еңеү, ориентирлашыу, йәйәүле туризм буйынса ярыштар. Спорт туризмын үҙ итеүселәр палаткалар ҡорҙо, усаҡ янында йырҙар башҡарҙы, саф һауала уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып ыңғай тәьҫораттар алды.

Турслетта улар үҙҙәрен олимпия уйыныдарындағы кеүек хис итә. Ярыштарҙа берҙәмлек һәм рух көсө мөһим.Ҡатнашыусылар мөмкинлектәрен күрһәтә,үҙ көсөнә ышанысын арттыра.

Быйыл командалар составына өлкәндәр янына йәш спортсылар ҙа өҫтәлгән. Уларҙың мөмкинлектәре сикле булһа ла, тормошто яратыуы һәм спортта ҡыйыу аҙымдары һоҡландыра. Бәләкәй генә еңеүҙәр спортсыларҙы ҡанатландыра, яңы дуҫтар табырға ярҙам итә.

Уңышлы сығыш яһаусыларҙан тупланған команда артабан Көйөргәҙе районында республика ярыштарында ҡатнашасаҡ.Улар өсөн танышыу һәм аралашыу бик мөһим. Ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу кешеләр көс туплап йыл һайын ярышта ҡатнашып, мөмкинлектәре сикһеҙ икәнен раҫлай.

Гүзәл Борханова