Юл хеҙмәттәре Өфө-Инйәр-Белорет трассаһына сығыуҙы кисектереп торорға саҡыра

Юл хеҙмәттәре автоһәүәҫкәрҙәрҙе оҙайлы сәфәргә, атап әйткәндә, Өфө-Инйәр-Белорет трассаһына сығыуҙы кисектереп торорға саҡыра. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡойма ямғырҙарға бәйле, республиканың ҡайһы бер йылғаларында һыу кимәле ҡапыл күтәрелгән, Белорет һәм Әбйәлил райондарында күпер-юлдарҙы йыуыу, ихата алдарын һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән. Әле эҙемтәләрҙе бөтөрөү саралары күрелә.

Яуым-төшөм һөҙөмтәһендә «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә лә экскурсиялар туҡтатылған. Сөнки тәбиғәт ҡомартҡыһына инеү урынын да һыу баҫҡан. Шуға ла ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре халыҡтан «Шүлгәнташ»ҡа сәфәрҙе кисектереп тороуҙы һорай. Әлеге ваҡытта күп кенә райондарҙа, айырыуса таулы төбәктәрҙәге йылғаларҙың ташыуы күҙәтелә. Һауа торошо күренештәрен контролдә тотоу маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб булдырылған. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизондарының оператив төркөмдәре яуап бирә. Кешеләр менән даими аралашыу һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында мәғлүмәт биреү ойошторолған.