Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит! Республикала акция башланды

Бөгөн Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тигән хәйриә акцияһы башлана. 31 августҡа тиклем “Ғаилә” үҙәктәренә уҡыусылар өсөн кәрәкле әйберҙәр тапшырырға мөмкин. Ярҙам күрһәтеләсәк ойошма һәм ғаиләләр исемлеген республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төҙөй. Хәйриә акцияһы 14-се тапҡыр ойошторола.