Радий Хәбиров Республика Башлығына һайлауҙа ҡатнашыу өсөн Үҙәк һайлау комиссияһына хуплау ҡағыҙы һәм башҡа тейешле документтар тапшырҙы. Һайлау комиссияһына ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс вәкиле Максим Ульчев менән килде. Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғилемханов белдереүенсә, әлегә төрлө сәйәси партияларҙан 5 кандидаттан документ ҡабул ителгән. Беренсе булып бөгөн хуплау ҡағыҙы һәм башҡа талап ителгән документтарҙы Радий Хәбиров тапшырған.
Республика башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү 11 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан Башлығына һайлау 6, 7 һәм 8 сентябрҙә уҙа.