Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тау йылғалары кимәле күтәрелеүе күҙәтелә. Салауат, Белорет Ишембай, Әбйәлил һәм Ғафури райондарында юлдар һәм күперҙәрҙе йыуған, ихаталар һәм йорттарға һыу үтеп ингән. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штаб булдырылды. “Зыян күргән халыҡ юҡ, хәл контролдә ҡала”, - ти ведомствоның матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт