Өфө ҡотҡарыусылары июнь айына йомғаҡ яһаны

Ҡала ҡомлоҡтарында 80 меңгә яҡын кеше ял иткән. Эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары даими патрулгә сыға. Мобиль төркөмдәр рөхсәт ителмәгән һыу инеү урындарында рейдтар уҙғара.  Ҡотҡарыусылар 27 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. 4 кеше тыйылған урында һыу ингәндә һәләк булған. Быйыл республика йылға һәм күлдәрендә 30-ҙан ашыу кеше батып үлгән.