Башҡортостанға инвестиция һалыусылар арта

Һуңғы 5 йылдағы күрһәткестәр илдеке менән сағыштырғанда күпкә юғары. Былтыр республикаға 620 миллиард һум йәлеп ителгән. Быйыл өс айҙа 100 миллиард һумдан ашыу инвестиция индерелгән. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо турала белдерҙе. “2028 йылға 1 триллион һум инвестиция йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Артабан  был күрһәткес үҫергә тейеш”, - тип белдерҙе Рөстәм Моратов. “Был лайыҡлы һөҙөмтә, уға ынтылыу мөһим. Һәр тармаҡ етәксеһе, иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ участкаһында инвестицияларҙы арттырыу йүнәлешендә эшләргә тейеш”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.