Ауыл халҡы республика табиптарына күренә ала

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Был аҙнала күсмә бригадалар 7 районда һәм Нефтекама ҡалаһында була. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, апрелдән башлап белгестәр 86 мең самаһы ҡабул итеү үткәргән. 2 меңдән ашыу сир асыҡланған. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш һәм шәкәр диабеты тәүге урындарҙа килә. Ауырыу асыҡланған пациенттар артабан тикшерелеү өсөн дауаханаға ебәрелә.