Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды» ойошторолоуға бер йыл тулды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына күп яҡлы ярҙам күрһәтеүсе фондтың тәүге эш йылы һөҙөмтәләре барланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында фонд хеҙмәткәрҙәре менән осрашып яңы маҡсаттар билдәләне. Бер йыл эсендә фонд тарафынан 50 меңгә яҡын мәрәжәғәт ҡаралған һәм һәр һорау буйынса ярҙам күрһәтелгән. Протез юллау, хәрби хәрәкәт ветераны таныҡлығын теркәү, балалар өсөн социаль льготалар, һалымдарҙан азат итеү, реабилатация үтеү, дәүләт ташламаларын алыу кеүек мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды медицина, психологик, юридик, социаль һәм башҡа йүнәлештәрҙә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған. Шулай уҡ ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу, ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре лә иғтибарға алына. Республикала яугирҙар һәм уларҙың туғандары өсөн тәү башлап 40 социаль координатор әҙерләнһә, бөгөн улар йөҙҙән ашыу.